«Война кончается тогда, когда похоронен последний павший солдат».
А.В. Суворов
Описание: Уның исемен районда белмәүселәр бик һирәк. Шулай булырға тейеш тә... Сөнки Рамазан Абсаликов үҙ ваҡытында район үҫешенә тос өлөш индергәндәрҙең береһе. Халыҡ алдындағы абруйҙы ул үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте, һәр ваҡыт намыҫына тоғро ҡалыуы, күркәм холҡо, башҡаларға ҡарата ихтирамлы булыуы менән яулаған. Дата: 01.03.2015 16:48:00 Муниципальный округ: Кугарчинский район Уның исемен районда белмәүселәр бик һирәк. Шулай булырға тейеш тә... Сөнки Рамазан Абсаликов үҙ ваҡытында район үҫешенә тос өлөш индергәндәрҙең береһе. Халыҡ алдындағы абруйҙы ул үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте, һәр ваҡыт намыҫына тоғро ҡалыуы, күркәм холҡо, башҡаларға ҡарата ихтирамлы булыуы менән яулаған. Ошо көндәрҙә 90 йәшлек олпат юбилейын ҡаршылауына ҡарамаҫтан, һаман да көр күңелле, тура һынлы, шаян һүҙле булып ҡалған ветеран беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Уҙамандың үҙе тураһында артыҡ һөйләргә яратмауы хаҡында алдан хәбәрҙар инек инде. Шулай ҙа уның хеҙмәт кенәгәһенә күҙ һалып һәм замандаштары һүҙҙәренә таянып, һуғыш осорондағы, һуғыштан һуңғы тормош юлына бер аҙ асыҡлыҡ индереп үтергә мөмкин. Рамазан Сәхи улы районыбыҙҙың иң матур ауылдарынан һаналған Нуҡайҙа тыуып-үҫкән. Хеҙмәт юлы 1941 йылдың апрелендә, Иркутск өлкәһенең Иркутск ҡалаһында, тимер юлы төҙөлөшөндә башлана. Шул уҡ 41-се йылда 3 айлыҡ ФЗО мәктәбен тамамлай. Артабанғы эш урыны - Бурят АССР-ының Заудинск станцияһы. 1943 йылдың ғинуарында 18 йәшен тултырған егет Ҡыҙыл Армияға алына. Ошо уҡ йылдың ноябренә тиклем Байкал аръяғы фронтының 39 – сы хәрби инженер батальонында, артабан Волга буйы хәрби округында - Ульяновск өлкәһенең Инза станцияһында, 1944 йылда I Белоруссия фронтында - 41-се уҡсылар дивизияһының102-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Ҡаты яуҙарҙың береһендә сержант Рамазан Абсаликов ҡаты яралана. 4 ай Чкалов өлкәһенең Чкалов ҡалаһында госпиталдә дауаланғандан һуң, "һуғышҡа яраҡһыҙ, икенсе төркөм инвалиды" тип "мөһөр" һуғып тыуған яғына ҡайтарып ебәрәләр. Яраланып, һаулығын юғалтып ҡайтҡан егетте, тыуған тупраҡҡа аяҡ баҫыу менән тиерлек, Нуҡай ауыл Советына секретарь итеп тәғәйенләйҙәр. Һуғыш тамамланғас инде, уның һәр эшкә яуаплы ҡарауын, етәкселеү итеү һәләтен күреп, "ҡамыт"тарҙың тағы ла яуаплыраҡтарын кейҙерәләр. Район Советының дөйөм бүлеге мөдире, Нуҡай мәктәбе уҡытыусыһы, мәҙәниәт бүлеге мөдире, райкомдың Күгәрсен МТС-ы зонаһы буйынса инструкторы, "Ҡыҙыл байраҡ" район гәзите редакторы, Салауат исемендәге колхоз рәйесе, Күгәрсен совхозы идарасыһы, Мораҡ икмәк ҡабул итеү комбинаты директоры, Күгәрсен совхозы директоры урынбаҫары, 1373-сө юл төҙөү участкаһы начальнигы, икмәк комбинаты директоры, ЗАГС мөдире... Әйткәндәй, был исемлекте тулы тип әйтеп булмай. Бына ни өсөн күптәр, шул иҫәптән беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре лә, уны үҙҙәренең ветераны тип иҫәпләй! Ҡайһы ғына өлкәлә эшләмәһен, үҙ эшен еренә еткереп, хатта арттырып эшләй Рамазан Сәхи улы. Бер генә миҫал - ҡабул итеп алғанда бер тин аҡсаһы булмаған Салауат исемендәге колхозды ул 3 йыл эсендә алдынғылар рәтенә сығара. Шул осорҙа үҙе төҙөткән автолисаның әлеге мәлдә кәрәкһеҙ булып һерәйеп ултырыуын, клубтың иһә Мораҙым ауылына күсереп алып китеүҙәрен әсенеп телгә алды ветеран. Мораҡтың көньяғында урынлашҡан күперҙе нәҡ Абсаликов төҙөткәнен күптәр белмәйҙер ҙә әле... Ул мәлдә Рамазан бабай 1373-сө юл участкаһын (хәҙер - Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы-авт.) етәкләй. Техника юҡ кимәлендә булһа ла, Эйек аша күпер төҙөүҙең көнүҙәк мәсьәлә икәнлеген аңлап, тәүәккәлләп тотоналар. - Проектный строение артынан Октябрский ҡалаһына 15 мәртәбә генә барғанмындыр. Материалдарҙы юллап бөткәс, эш башлау өсөн кәрәкле техника кәрәк бит әле. Ә беҙҙең 15 тонналыҡ бетон конструкцияларҙы күтәрерлек крандарыбыҙ ҙа юҡ. Кәрәк тирәкте йыҡтыра, Ишембай нефтяниктары менән һөйләшергә тура килде. Улар ярҙамында был ауыр эште йырып сыҡтыҡ, - ти ул шул мәлдәрҙе хәтерләп. Һәр нәмәгә намыҫ менән ҡарауын белгән яҡташтары уны бер нисә тапҡыр район һәм ауыл Советы депутаты итеп һайлай, хаҡлы ялға сыҡҡас иһә район ветерандар советын ышанып тапшыралар. Ул ваҡытта иҫән булған меңдән ашыу ветерандың мәнфәғәтен ҡағыртып, 6 йыл тарта ул был йөктө. Украинала барған бөгөнгө сыуалыштарға ҡарашын һорағас, күкрәген I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм бихисап миҙалдар биҙәгән ветерандың әсенеүе йөҙөнә сыҡһа ла, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Һуғыштан һуң уға ике тапҡыр Украинаға - яуҙаштары менән осрашыуға барырға насип була. Икенсе барғанында Львов ҡалаһында була. Бына шул 80-се йылдарҙа уҡ тоя ул бөгөнгө көндөң һулышын! Тормош иптәше вафат булғандан һуң 20 йыллап яңғыҙ йәшәүенә ҡарамаҫтан, донъяһының йәмен, ҡотон ебәрмәй, Стәрлелә йәшәүсе ҡыҙы Гүзәлгә, Өфөлә төпләнгән улы Салауатҡа һәм ейән-ейәнсәрҙәренә рухи терәк булып ғүмер иткән ветерандың өй ишеге ошо көндәрҙә ябылмай ҙа тиерлек. Сөнки уны олуғ юбилейы менән ҡотларға теләүселәр бик күп. Рәсәй Президенты В.Путин менән Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Хәмитовтан да ҡотлау телеграммалары килгән. Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре лә, барлыҡ изге теләктәргә ҡушылабыҙ һәм бер тауыштан Рамазан Сәхи улына тағы ла бик күп Еңеү яҙын ҡаршы алырға насип булһын тигән теләктә ҡалабы Поделиться в социальных сетях
|